БАЛСЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта Балсыҡлы й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 331; 1939 — 304; 1959 — 294; 1989 — 244; 2002 — 242; 2010 — 192 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1717 й. билдәле. 1826 й. Сенат указы б‑са бында Бөрө өйәҙе Кейебәк а. (хәҙ. Ҡалтасы р‑ны) мари типтәрҙәре килеп урынлаша. 1795 й. 7 йортта 45 кеше йәшәгән, 1865 й. 28 йортта — 156 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, тимерлек, бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән.

К.П.Юзикаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика