ХМЕЛЁВ Анатолий Павлович (12.3. 1937, БАССР-ҙың Ҡалтасы р-ны Күтәрем а.), тау инженеры. БР-ҙың атҡ. шахтёры (1994). Свердловск тау ин-тын тамамлағандан һуң (1959) Гай тау-байыҡтырыу комб-тында (Ырымбур өлк.) эшләй: участка нач., карьерҙың техник етәксеһе, рудниктың баш инженеры, тау эштәре б-са баш инженер урынбаҫары. 1976—81 йй. “Эрдэнэт” тау-байыҡтырыу комб-тының (Монголия) махсус шахта төҙөү участкаһында баш инженер, рудник начальнигы. 1982 й. алып Учалы тау-байыҡтырыу комб-тында: баш инженер, 1989 й. башлап дир., 1992—98 йй. ген. директор. Х. етәкс. СССР-ҙа тәүге тапҡыр ҙур диам. шартлай торған скважиналарҙы ауыш быраулау һ.б. технологиялар эшләнә һәм индерелә, Учалы карьерына реконструкция үткәрелә. Учалы тау-байыҡтырыу комб-ты, Учалы ҡ. инфраструктураһының үҫешенә ҙур өлөш индерә. 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. СССР МС-ы пр. лауреаты (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар дуҫлығы (1991), “Почёт Билдәһе” (1979) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Минеральные ресурсы Учалинского горно-обогатительного комбината. Уфа, 1994 (авторҙ.).

П.И.Пирожок

Тәрж. Э.М.Юлбарисов