ХЛЫЗОВ Фёдор Васильевич [7.1. 1926, БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Ярославка а. (БР-ҙың Дыуан р-ны) — 12.9.1999, Златоуст ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1942 й. алып 4-се һөнәрселек уч-щеһында (Златоуст) производствоға өйрәтеү мастеры, 1943—44 йй. 17-се машина-юл станцияһында (Каган ҡ.) токарь. 1952—90 йй. Златоуст машиналар эшләү з-дында эшләй. Х. етәкс. бригада 8-се биш йыллыҡ планды үтәүҙә юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән. Ленин (1971, 1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961) орд. м-н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев