ХЛЫБОВ Виктор Петрович (13.5. 1947, Өфө), сценограф. РФ-тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2007), БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998). 1964 й. алып БДОБТ-ла, 1968 й. — М.Шкетан ис. Мари драма театрында бутафор әҙерләүсе, 1970 й. башлап Мари АССР-ының Урыҫ драма театрында (икеһе лә — Йошкар-Ола), 1972—74 йй. Златоуст драма театрында, 1988—92 йй. Бүрәт АССР-ының Урыҫ драма театрында (Улан-Удэ) ҡуйыусы рәссам, 1979—82 йй. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында ҡуйыусы рәссам, 1994 й. алып баш рәссам.

260-тан ашыу постановкаға художество-декорация эштәре авторы (ҡара: Сценография). Стиленең нигеҙендә дөйөм биҙәлеш берлеге, архитектура-пластика йәһәтенән тамамланғанлыҡ, спектаклдең киңлек ҡоролошон уйлап табыу һәләте (реж. һәм актёр бурыстарын башҡарыуға булышлыҡ итә) ята. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында М.М.Рощиндың “Ҡурҡыныс хата” (“Роковая ошибка”; 1984), В.С.Розовтың “Кабанчик” (1986), М.А.Булгаковтың “Эт йөрәге” (“Собачье сердце”) повесы б-са ш. уҡ исемле спектаклен (1988), Г.И.Гориндың “Кин IV, йәки Гений һәм әҙәпһеҙлек” (“Кин IV, или Гений и беспутство”; 1999) һ.б. спектаклдәрҙе биҙәй. Х. автор стилен, дәүерҙе, әҫәр жанрын нескә тойоуы айырыуса классик урыҫ драматургияһы: Н.В.Гоголдең “Өйләнеү” (“Женитьба”; 2003), А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”; 2005), А.Н.Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б-са “Уңыш хаҡы” (“Цена успеха”; 2007); сит ил драматургияһы: Ф.Гарсия Лорканың “Бернарда Альба өйө” (“Дом Бернарды Альбы”; 1983), Ж.Ануйҙың “Медея” (1996) һ.б. б-са эштәрендә асыла. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Стәрлетамаҡ ҡ. (2002).

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова