ЯҢЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ, Балаҡатай р‑нында урынлашҡан. 1921 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1930 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1947 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, компьютер класы, спорт залы, 2 технология кабинеты, уҡыу‑производство участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Н.В. Бикбулатов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 1,6 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2010), улар араһында М.И. Ғәйнетдинов, Р.Ә. Дәүләтшин, Ф.Ф.Ислахов, М.М. Мырҙанов, В.Ғ. Хәйруллина бар.

Д.Б.Абдуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина