БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (3070%), алюмин (1040%) һәм һыу (510%) тора. Минераль составы б‑са  полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы, гидрослюдалы, монтмориллонитлы); сығышы б‑са  физик (ватыҡ) һәм химик (ҡалдыҡ — ашалыу ҡатлауҙары Б.); ултырма тупланыу шарттары б‑са  диңгеҙ һәм континенталь; техник талаптар характеры б‑са еңел иреүсән, утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән, каолиндар, монтмориллонитлы (адсорбция һәм юғары дисперсион) Б. бүленә. Еңел иреүсән Б. кремний окистарының юғары миҡдары (70%‑ҡа тиклем) м‑н билдәләнә. Ҡатлам булып ята. Төҫө һарғылт көрәндән ҡуйы көрәнгә тиклем; дисперслы; яныу т‑раһы 9001000°С. Кирбес, керамзит, цемент етештереү өсөн сеймал булып тора. Утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б. алюмин окистарының юғары миҡдары (3040%) м‑н билдәләнә. Төҫтәре аҡ, асыҡ һоро, асыҡ көрән йәки ҡара; түбән дисперслылар; яныу т‑раһы 11001250°С. Йөҙләү кирбесе, утҡа сыҙамлы изделиелар, керамика етештереүҙә ҡулланыла. Каолин (аҡ Б.) түбән һығылмалылығы м‑н айырыла. Керамика, ҡағыҙ һ.б. етештереү өсөн сеймал булып тора. Монтмориллонитлы Б. юғары һығылмалылыҡ м‑н билдәләнә. Металлургияла ҡулланыла (тимер мәғдәне окатыштары етештереүҙә беркетеү, быраулау эретмәләре компоненты сифатында һ.б.). БР терр‑яһында еңел иреүсән, утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б., каолин ятҡылыҡтары билдәле. Еңел иреүсән Б. респ. бөтә терр‑яһында таралған; Талбазы (Ауырғазы р‑ны), Атарша (Балаҡатай р‑ны), Пономарёвка (Бөрө р‑ны), Мораҙым (Дәүләкән р‑ны), Көнсығыш Можары (Краснокама р‑ны), Өфө һәм Курочкин (Өфө р‑ны), Саҡмағош (Саҡмағош р‑ны) һ.б. ятҡылыҡтар файҙаланыла. Утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б. Урал алды бөгөлөнә һәм Йылайыр синклинорийының төньяҡ өлөшөнә тура килә; Санйын (Көйөргәҙе р‑ны) һәм Талалаевка (Стәрлетамаҡ р‑ны) ятҡылыҡтары үҙләштерелә.

Т.А.Мельник

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика