ЯҢЫ ЯУЫШ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 264; 1939 — 240; 1959 — 365; 1989 — 416; 2002 — 422; 2010 — 350 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1850 й. һәм 1859 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Иҫке Яуыш а. (хәҙ. Үрге Яуыш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 38 йортта 210 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, туғын һәм тәгәрмәс яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.А.Ишҡолов, Л.И. Сәлишев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов