ЯҢЫ ЯППАР, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 590; 1939 — 554; 1959 — 512; 1989 — 372; 2002 — 411; 2010 — 408 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Яппар а. (хәҙ. Иҫке Яппар а.) кешеләре нигеҙ һала, 1873 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1819 й. алып билдәле. 1896 й. 72 йортта 415 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Р.М.Ураҡсина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов