ХЛОР (Chlorum), Сl, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы, галогендарға ҡарай. 2 тотороҡло һәм 7 радиоактив изотобы бар. Минералдар (галит, карналлит, сильвин, сильвинит, бишофит һ.б.), метеориттарҙағы тимер хлориды, Донъя океанында һәм ер

аҫты тоҙло һыуҙарында хлорид-ион рәүешендә, вулкан газдарында молекуляр рәүештә осрай. Х. – ҡырҡыу тонсоҡторғос еҫле һары-йәшел төҫтәге, һауанан ауыр газ; tиреү ‑100,98°С, tҡайнау ‑33,97°С, кристаллашыу т-раһы ‑160°С. Поляр булмаған шыйыҡсаларҙа (гексан, дүрт хлорлы углерод һ.б.), һыуҙа (хлорлы һәм тоҙ к-талары барлыҡҡа килтереп) эрей. Химик яҡтан иң актив элементтарҙың береһе. Бөтә металдар, металл булмағандарҙың күпселеге, кислород (окиселдар; гипохлориттар, хлориттар, хлораттар, перхлораттар), азот һәм УФ-нурланыш йәки электр разряды йоғонтоһонда ксенон м-н тәьҫирләшә (оксидтар һәм азот хлориды – шартлаусан матдәләр); водород м-н реакцияға ингәндә һәм айырыуса яҡтылыҡ булғанда шартлайҙар. Биоген элемент, үҫемлек (фотосинтез өсөн мотлаҡ) һәм хайуандар туҡымаһының (кислота-һелте тигеҙләнешен һәм һыу тотоуҙы көйләй) компоненты. Күҙ һәм тын алыу юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыта, эшләү зонаһы һауаһындағы ПДК-һы 1 мг/м3. Х. натрий хлоридының, һирәгерәк башҡа хлоридтарҙың һыулы эретмәһен электролизлап йәки иретмәләрҙе терегөмөш ҡулланып (терегөмөш – катод, Х. ҡаты хәлдәге анодта бүленеп сыға; электрод арауыҡтары айырылмаған), диафрагмалы (электродтарҙың икеһе лә ҡаты хәлдә, анод һәм катод арауығы фильтрлаусы диафрагма м-н айырылған), мембраналы (анод һәм катод арауығы катион алмаштырғыс мембрана м-н бүленгән) ысулдар м-н электролизлап алына. Башҡортостанда таш тоҙ ятҡылыҡтары бар, тоҙҙо ер аҫтында һелтеһеҙләндереп электрохимия производстволары өсөн тоҙло һыу алалар; Стәрлетамаҡ—Өфө тоҙло һыу үткәргесе төҙөлгән. Өфө химия з-дында (ҡара: “Уфахимпром”) 1944 й. терегөмөш файҙаланып, 70-се йй. – диафрагмалы ысул; Стәрлетамаҡ химия з-дында (ҡара: “Каустик”) 60-сы йй. уртаһында терегөмөш ҡулланып, 70-се йй. башында диафрагмалы ысул м-н Х. етештереү үҙләштерелгән. Х. хлорорганик берләшмәләрҙе, тоҙҙарҙы синтезлағанда, ш. уҡ ағартыу һәм дезинфекция (ш. иҫ. һыу таҙартыу өсөн) саралары сифатында файҙаланыла.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов