БАСМАНОВ Гавриил Иванович [1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 1.3.1945, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 74‑се уҡсылар див. 360‑сы уҡсылар полкы радисы рядовой Б. 1943 й. 23—25 сент. Белорус ССР‑ының Комарин а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. демобилизациялана. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Покровкалағы урамға Б. исеме бирелгән; Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. Геройға һәйкәл, Наумовка һәм Покровка мәктәптәре бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика