ЯҢЫ ҺАРАЙ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Знаменка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 42 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 197 кеше; 1939 — 317; 1959 — 286; 1989 — 266; 2002 — 292; 2010 — 237 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1914 й. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Һарай а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов