ЯҢЫ ХӘСӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 105 км һәм Инйәр т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 172; 1939 — 250; 1959 — 316; 1989 — 197; 2002 — 206; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы Хәсән а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 30 йортта 178 кеше йәшәгән, 1866 й. 46 йортта — 247 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Тығанаҡ, Көнбауыл, Сусағай исемдәре м‑н билдәле булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов