ЯҢЫ ХВАЛЫН, Күгәрсен р‑нындағы утар, Юлдыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 222 кеше; 1939 — 244; 1959 — 211; 1989 — 368; 2002 — 340; 2010 — 317 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1913 й. һәм 1917 й. араһында Ырымбур өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең 19 б. аҙ. Һарытау губернаһынан күсеп килеүселәр тарафынан нигеҙләнгән Хвалын утары (хәҙ. Иҫке Хвалын утары) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов