ХИТРИДИОМИЦЕТТАР (Chytridiomycetes), бәшмәктәр класы. 3 тәртибе (бластокладия, моноблефарида, хитридий һымаҡтар), яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР-ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Х. төп билдәһе — үҫеш циклында ҡамсыға оҡшаш шыма еп м-н күҙәнәкле стадия­лар (зооспоралар, гаметалар) булыу. Күбеһенсә бер күҙәнәкле микроскопик организмдар. Х. вегетатив есеме — плазмодий йәки яралғы хәлендәге мицелий (ризомицелий), һирәгерәк яҡшы үҫешкән, айырым күҙәнәктәргә бүленмәгән мицелий. Күҙәнәктәр яғында һөлдә матдәһе сифатында хитин була. Енесһеҙ (зооспоралар м-н) һәм енесле (гетеро-, изо-, холо-йәки оогамия, һирәк осраҡта гаметангио-һәм соматогамия) үрсей. Зиготаһы ҡалын хитин тышсалы тын спораға — енси процесһыҙ барлыҡҡа килә алыусы цистаға әйләнә. Спораһы диплоид талломға әүерелә, унда редукцион бүленештән һуң гаплоид зооспоралар булған зооспорангийҙар формалаша. Күпселек Х. — һыу организмдары. Ылымыҡтарҙың, бәшмәктәрҙең, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең һәм һыу хайуандарының паразиттары; умыртҡаһыҙҙарҙың һәм умыртҡалыларҙың үлеменә килтереүе мөмкин. Тупраҡартыҡ дымланғанда Х. а.х. үҫемлектәрен: ольпидиум — кәбеҫтә, салат; томат үрсетмәләрен зарарлай; синхитриум заты төрҙәре аҡ умырзая, елбегәй, бәпембә һ.б. япраҡтары һәм һабаҡтары гипертрофияһын, гиперплазияһын, ш. уҡ картуф бүлбеләренең яман шешен тыуҙыра. Сапротроф Х. һыуҙағы үҫемлек ҡалдыҡтарында һәм хайуан үләкһәләрендә үҫешә.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова