БАШГИРД, 10 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 9 б. 1‑се ярт.) башҡ. ҡәбиләләре башлығы. Гардизи яҙыуынса, Б. “хазарҙарҙың иң юғары дәрәжәлеләренән була. Ул 2000 һыбайлыһы м‑н хазарҙар һәм ҡыймаҡтар араһында урынлаша. Хазар хаҡаны Башҡортҡа саклабты ҡыҫырыҡлап сығарыу тәҡдиме м‑н кеше ебәрә...” Б. исеменән “башҡорт” этнонимы (ҡара: Башҡорт) барлыҡҡа килгәндер тип фаразлана. Шулай уҡ, “башҡорт” — риүәйәттәрҙә дала традицияһына ярашлы башҡорттарҙың етәксеһе исеменә әүерелгән боронғо этноним, тигән фекер бар.

Әҙәб.: Бартольд В.В. Сочинения. В 2 т. Т.8. М., 1973; Гумилёв Л.Н. Древняя Русь и Великая Степь. М., 1997.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика