“БАШГИПРОНЕФТЕХИМ” Башҡортостан нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте предприятиеларын проектлау институты, ДУП. 1957 й. Өфөлә “Башнефтепроект” ин‑тының Нефтехимия эшкәртеү бүлеге булараҡ асыла, 1966 й. алып, “Гипрокаучук” ин‑тының Өфө филиалы м‑н берләшкәндән һуң, “Гипронефтезаводы” ин-тының Өфө филиалы, 1974 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть‑газ эшкәртеү, нефтехимия һәм химия пр‑тиеларын дөйөм завод хужалығы, тауар‑сеймал парктары, заманса түгеү‑ҡойоу эстакадалары, насос һәм компрессор станциялары һ.б. объекттар м‑н комплекслы проектлау; РФ, БДБ һәм алыҫ сит илдәр терр‑яһында проект документтарының сәнәғәт хәүефһеҙлеген тикшереү; кокс һәм күп күләмле этилен һәм пропилен етештереүҙе проектлау. Институт составында 23 бүлек һәм хеҙмәт. 2011 й. 550‑нән ашыу кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са “Уфанефтехим” ААЙ‑нда ароматик углеводородтар, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында н‑парафиндар, каталитик крекинг етештереү б‑са комплекстар һәм висбрекинг ҡулайламалары төҙөлә. Ин‑т тарафынан “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда бензол, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда пропилен производствоһы һәм полипропилен комплексы, РФ, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан пр‑тиеларында аҡрынлап кокслау ҡулайламалары, БР (Салауат ҡ.), РФ, Украина, Әзербайжанда күп күләмле этилен һәм пропилен (ЭП‑300) етештереү б‑са комплекстар, Төньяҡ Кореяла НЭЗ һ.б. проектлана. Австрия, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Франция, Япония фирмалары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: А.И.Гелих (1958 й. алып), В.И.Филиппов (1959 й. алып), К.П.Курносов (1961 й. алып), Э.Е.Кефели (1965 й. алып), Ю.В.Харицкий (1977 й. алып), И.Ф.Чистов (1988 й. алып), Н.А.Железников (1998 й. алып), В.А.Власов (2006 й. алып).

В.А.Власов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика