ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы [24.11.1927, БАССР-ҙың Өфө кантоны Ябалаҡлы а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 18.2.2004, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). 1945—48 йй. Шишмә р-нының Суҡраҡлы 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 60—80-се йй. БАССР МС-ы­ның ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком-ты, “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм-ре, “Уфагорремстрой” тресында тәрбиәсе. “Дим тамсыһы” исемле тәүге китабы 1976 й. сыға. “Ерәнсәй” (1997) шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Бесәй китте еләккә” (1978), “Себештәр ҡунаҡ һыйлай” (1992) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. “Ҡала ҡыҙы” (1987) йыйынтығына ингән повесть һәм хикәйәләренең төп темаһы – кешеләр араһындағы ихлас мөнәсәбәт, ғаилә бәхете. Х. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов