ХИСМӘТУЛЛИНА Зөһрә Рәшит ҡыҙы (4.5.1964, Ҡаҙаҡ ССР-ының Гранитогорск ҡсб), физиолог. Биол. ф. д-ры (2009). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2016). БДУ-ны тамамлаған (1988), 1982 й. алып (өҙөклөк м-н) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап физиология һәм дөйөм биология каф. мөдире). 1986–93 йй. Биология ин-тында. Фәнни эшмәкәрлеге баш мейеһенең баҙам рәүешле комплексында енси диморфизм зоналарының структур-функциональ урынлашыуын һәм уларҙың репродуктив функцияларҙы көйләгән, мейенең олон үҙәктәренә енси стероидтарҙың модуляциялау йоғонтоһон берләштергән механизмдарындағы ролен өйрәнеүгә; гонадотропиндар секрецияһын көйләүсе гипоталамус үҙәктәренең эшмәкәрлеге боҙолоуын төҙәтеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. 200-ҙән фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Фундаментальные закономерности структурно-функциональной организации переднего отдела миндалевидного комплекса мозга. Уфа, 2009; Центральное ядро миндалевидного комплекса: структура и участие в интегративной деятельности мозга. Уфа, 2009 (авторҙ.); Амигдала в системе регуляции репродуктивных функций организма при абсансной эпилепсии. М., 2017 (авторҙ.).

С.С.Хайретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова