ХИСМӘТУЛЛИНА Зарема Рим ҡыҙы (13.6.1966, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д-ры (2007), проф. (2009). БР-ҙың атҡ. табибы (2013), БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлаған (1990), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй (2008 й. башлап дерматовенерология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙа микотик инфекцияларҙың этиологияһын, клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеү­гә, уларҙы диагностикалауға һәм дауалауға арналған. Х. ҡатнашлығында инфильтратив­эренләткес трихофитияны дауалау ысулдары эшләнә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы. РФ Милли дерматологтар һәм косметологтар альянсының төбәк бүлексәһе етәксеһе (2008 й. алып).

Хеҙм.: Зооантропонозная трихофития у детей: аспекты иммуномодулирующей терапии. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина