“БАШГИПРОКОММУНЭНЕРГО” проект институты. 1965 й. “Гипрокоммунэнерго” проект ин‑тының (Мәскәү) Өфө бүлеге булараҡ асыла, 1971 й. алып Башҡ‑н бүлексәһе, 1994 й. — “Б”. 2000 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — коммуналь энергетиканы проектлау. Институт тарафынан йылылыҡ һәм электр м‑н тәьмин итеүҙең, БР, РФ ҡалалары һәм район үҙәктәренең ер аҫты коммуникацияларын коррозиянан һаҡлауҙың перспектив схемалары; респ. 15 торама пункты, Мурэн, Налайха, Сухэ‑Батор ҡҡ. (Монголия) өсөн ҡаҙанлыҡтар; Пномпендә (Камбоджа) электр селтәре проекттары эшләнә. Өфө бүлеге нач. — М.М.Чернин (1965 й. алып); дир.: М.Я.Кожаров (1971 й. алып), Л.И.Свешникова (1996—2000).

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика