ЯҢЫ ТУҠМАҠЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 370 кеше; 1920 — 549; 1939 — 560; 1959 — 390; 1989 — 208; 2002 — 209; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Өфө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Туҡмаҡлы а. (хәҙ. Иҫке Туҡмаҡлы а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 71 йортта 575 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет теркәлгән. Ә.М.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов