ЯҢЫ ТРОЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 57 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 326 кеше; 1959 — 323; 1989 — 165; 2002 — 207; 2010 — 236 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1927 й. Өфө кантонында нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов