ЯҢЫ СУСАҘЫБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 23 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 317; 1939 — 335; 1959 — 248; 1989 — 106; 2002 — 124; 2010 — 87 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Сусаҙыбаш а. (хәҙ. Иҫке Сусаҙыбаш а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 44 йортта 302 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ат тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов