ЯҢЫ СУҠЫНДЫРЫЛҒАН ҺӘМ СИТ ИЛ КЕШЕЛӘРЕ ИСЕМЛЕГЕНӘ ИНГӘН ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР, 16 б. — 18 б. башында Рәсәйҙә “нәҫелдән килгән” хеҙмәтле кеше­ләр категорияһы. Уларҙың хеҙмәте ваҡытлыса була һәм дворянлыҡ хеҙмәтенә күсә. Хоҡуҡтары баяр балалары һәм ҡала дворяндарыныҡына тиңләштерелә, үҙ поместьелары була, походтар ваҡытында эш хаҡы ала. Айырым разряд исемлеге һәм 3 оклад статьяһы (1‑се статья б‑са 200 сирек ер поместье оклады һәм 7 һум, 2‑се — 150 сирек һәм 6 һум, 3‑сө статья б‑са 100 сирек ер поместье оклады һәм 5 һум алғандар) б‑са хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына.

Башҡортостанда 16 б. 80‑се йй. барлыҡҡа килә. Өфөгә беркетелә һәм Ҡазан һарайы приказына буйһона. Вавиловтар, Ветошниковтар, Киржацкийҙар, Кублицкийҙар, Курчеевтар, Найдёновтар, Погорскийҙар, Әхмәмәтовтар иң эреләре була. Өфөлә 1592 й. ер дайсаһы алғандарҙан хеҙмәтле яңы суҡындырылған Рудак Федоров билдәле. 17 б. 60‑сы йй. башына тиклем яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә урыҫ булмағандар алынған. Яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә башҡорттарҙы (Сюзьминдар) алыуҙың бер осрағы билдәле. Сит ил кешеләре һәм яңы суҡындырылғандарҙың яртыһынан күберәге казактар, подьячийҙар, тупсылар, стрелецтар ихтилалы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Өфө сит ил кешеләренә соц. мобиллек хас булған (176 кешенең бары тик 26‑һы вафатына тиклем тәү тапҡыр хәрби хеҙмәткә алынғандар исемлегендә торған һәм уларҙың дворян, казак, тупсы, стрелец, тылмас һәм крәҫтиән туғандары булмаған). 17 б. аҙ. Өфө өйәҙендәулар 3624 сирек (5436 дисәтинә) ергә хужа булған, 1 кешегә 4,5 сирек (7 дисәтинә) ер тура килгән. Өфө хакимиәте йыш ҡына 1 сирек арышҡа 1 һум иҫәбенән поместье окладын иген м‑н түләүгә алмаштырған. Яңы суҡындырылған һәм сил ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙең ерҙәре Өфөнән 40 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел й. үрге ағымында урынлашҡан була. Закон тарафынан статустары билдәле булмау сәбәпле Өфө хакимиәте уларҙы ялланып эшләүселәр төркөмөнә күсерә алған, подьячий йәки посад хеҙмәтенә (ҡара: Посад кешеләре) яҙған. Хужалыҡ йомоштары дәүләт хеҙмәте тип иҫәпләнгән. Ҡала сауҙаһы тулыһынса сит ил кешеләре ҡулында була. 17 б. уртаһына тиклем Өфөлә яңы суҡындырылғандар һаны 38 кешенән (башлыса тылмас булып хеҙмәт иткәндәр) артмаған. 17 б. аҙ. Өфөлә 128 яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеһе иҫәпләнә. 80‑се йй. электән йәшәгән сит ил кешеләре һәм яңы суҡындырылғандар фамилияларынан сит ил кешеләре сотняһы барлыҡҡа килә. 18 б. башында сит ил кешеләре ротаһы ойошторола, ул 20‑се йй. таратыла һәм бер өлөшө Өфө дворяндар ротаһына индерелә.

Б.Әҙнабаев Тәрж. М.Х.Хужин