“БАШГИПРОБИОСИНТЕЗ” проект институты, ДУП. 1972 й. Өфөлә Дәүләт гидролиз сәнәғәте һәм микробиол. синтез пр‑тиеларын проектлау ин‑тының Башҡ‑н филиалы булараҡ нигеҙ һалына, 1993 й. алып “Б.”, 2000 й. — ДУП. 2002 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — микробиология сәнәғәте һәм медицина сәнәғәте, АСК (спирт һәм һөт заводтары) пр‑тиеларын проектлау. Институт составында 5 бүлек була. 2000 й. 80 кеше эшләгән. “Б.” проекттары б‑са Башҡортостан биохимия комбинаты, Грозный химия з‑дында (Чечня) премикстар производство объекттары, Балезино ҡасабаһында (Удмуртия) спирт з-ды төҙөлә, “Иммунопрепарат”, Өфө витамин заводы пр‑тиелары, РФ‑тың, Үзбәкстандың иммунобиол. йүнәлештәге пр‑тиелары яңы техник ҡорамалдар м‑н йыһазландырыла. Дир.: В.Е.Клементьев (1972 й. алып), Г.К.Комлев (1984 й. алып), В.И.Зорин (1987 й. алып), Ю.Н.Задорожный (1993 й. алып), Ф.А.Прищепов (1996 й. алып).

Ф.А.Прищепов

Текст на русском языке

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика