ЯҢЫ ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, “Башнефть” АНК ААЙ филиалы. Төрлө маркалағы яғыулыҡ һәм майҙар алып углеводород сеймалын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Пр‑тие составына яғыулыҡ, газ‑каталитик, май, тауар, сервис производстволары инә, улар нефть сеймалын әҙерләүҙән башлап 60‑тан ашыу төр нефть продукттары алыусы тамам­ланған производство циклын тәшкил итә. 2013 й. 1292 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.

1951 й. ойошторола, 1993 й. башлап ААЙ, 2012 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела Рәсәйҙә тәүге тапҡыр термик крекинг бензинын гидротаҙартыу (1971), крекинг ҡалдыҡтарын вакуумлы ҡыуыу (2000) процесы; анизотропик структуралы кокс (1995), судно яғыулығы (1990) етештереү индерелә; май дистилляттарын селектив таҙартыу (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу) ҡулайламалары фенол урынына N‑метилпирролидон ҡулланыуға күсерелә (1997). Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1975) орд. м‑н бүләкләнгән. Пр‑тие м‑н Л.Г. Волкова, Ғ.Ғ.Моратов, Ғ.Ғ. Теләшев, М.Ғ.Хафизов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов