“БАШВТОРЦВЕТМЕТ”, ААЙ. Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын (ҡара: Икенсел ресурстар) йыйыу һәм эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Октябрьский, Өфө, Стәрлетамаҡ цехтары; Нефтекама, Сибай участкалары; Бөрө ҡ. филиал; БР терр‑яһындағы ҡабул итеү пункттары селтәре. 2010 й. 166 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең икенсел төҫлө һәм ҡара металл етештереү пр‑тиелары.

1965 й. “Вторчермет” Башҡ‑н производство-әҙерләү идаралығын (ҡара: “Башвтормет”) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә “Вторцветмет” Башҡ‑н респ. производство-әҙерләү идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып Башҡ‑н дәүләт пр‑тиеһы, 1993 й. хәҙ. статусын ала, 1996 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика