ХИСМӘТУЛЛИН Йәмил Ғәтфән улы (12.9.1940, Приморье крайы Кедровка а.), урман белгесе. 1963—2001 йй. Туймазы тәж. урман хужалығында эшләй (1974 й. алып механизацияланған отрядтың тракторсы-машинисы). Урман үҫтереү өсөн йырын-һыҙалы ерҙәрҙе хужалыҡта үҙләштереүгә ҙур өлөш индерә. 1973—96 йй. 4,7 мең га майҙанда урынлашҡан текә битләүҙәрҙә террасалар эшләүҙә һәм ағастар ултыртыуҙа, дөйөм оҙонлоғо 13,7 мең м булған һыу тотоусы һәм ағыҙыусы 134 тупраҡ өйөмө һәм плотина төҙөүҙә, 133 йырынды бөтөрөүҙә ҡатнаша. 1 уйлап табыу авторы. РСФСР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1991). 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м-н бүләкләнгән.

К.М.Ғәбдрәхимов, Ф.С.Иҫәнғолов

Тәрж. А.Н.Күсеев