ХИСМӘТУЛЛИН Зөлфәр Фазыл улы [11.7.1923, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Сермән а. (БР-ҙың Белорет р-ны) — 6.4.1983, Өфө], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1973). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлаған (1951). 1947 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. әҙәби хеҙм-ре, 1951 й. — “Ленинец” гәз. яуаплы секретары, 1955 й. башлап “Һәнәк” ж. бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1973—83 йй. СССР Әҙәбиәт фондының Башҡ-н бүлексәһе хеҙм-ре. “Тау шишмәһе” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1959 й. сыға. “Таң алдынан” (1970), “Алмаш-тилмәш” (1976), “Шундай-шундай хәлдәр” (1980) һ.б. юмористик һәм сатирик хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Х. әҫәрҙәренә күңелгә ятышлы юморҙың, оптимизмдың әсе сатира, ирония м-н бәйләнеше хас. Әҫәрҙәре сыуаш, татар, украин, урыҫ, үзбәк, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Н.Н.Носовтың “Ике дуҫ” (“Два друга”) пьесаһын башҡорт теленә тәржемә иткән. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945; ?) орд. м-н бүләкләнгән. Өфөлә Х. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында уның исеме м-н урам аталған.

Әҫәрҙ.: Мөхәббәт серҙәре: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1983; Характерлы кеше: юмористик хикәйәләр. Өфө, 1990.

Әҙәб.: А р а л б а й Ҡ. Фәһемле осрашыуҙар (Зөлфәр Хисмәтуллин)

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов