• Печать

ХИСМӘТОВ Мөхәмәтйән Фазылйән улы (10.9.1930, БАССР-ҙың Әбйәлил р-ны Ҡырҙас а. — 18.3.2010, Өфө), географ. Геогр. ф. канд. (1959), проф. (1992). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлаған (1954). 1949—50 йй. Әбйәлил р-нының Хәмит 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. 1958 й. алып БДУ-ла: 1969—81 йй. иҡт. геогр. каф. мөдире, 1965—68 йй. һәм 1981—83 йй. геогр. ф-ты деканы. 1985—2007 йй.БДПУ-ла (1991 й. тиклем иҡт. геогр. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙың хужалыҡ комплексына структур һәм аралыҡ анализы яһауға, респ. хужалығы тармаҡтарының терр. ойошторолошон һәм уларҙың тәбиғи-иҡт. нигеҙҙәренең үҫешен өйрәнеүгә арналған. Х. тарафынан респ. соц.-иҡт. төбәктәре һәм сәнәғәт узелдары үҫешенең концепцияһы нигеҙләнгән. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр өсөн география б-са дәреслектәр, авторы.

Хеҙм.: Очерки по географии Башкирии. Уфа, 1963; Территориальная организация произ­водительных сил Башкирии и пути её совершенствования. Уфа, 1987.

Ә.М.Ғәниев

Тәрж. А.Н.Күсеев