ЯҢЫ НИКОЛАЕВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Ташлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 317 кеше; 1989 — 155; 2002 — 209; 2010 — 227 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 80‑се йй. Ырымбур өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Николаевка а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1930—40 йй. Ырымбур өлкәһенә ҡараған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов