ХИСАМОВА Тәнзилә Динислам ҡыҙы [4.4.1945, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Һайран а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], актриса. БР-ҙың халыҡ (1999) һәм атҡ. (1994) артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) 1980 й. тиклем һәм 1990 й. алып БАДТ актрисаһы.

Тәүге ролдәренән үк Х. образдарҙы психологик яҡтан тулыһынса асыуға, тәрән драматизмға ынтыла: Нәркәс (Йомағоловтың ш. уҡ исемле трагедияһы), Люба [Н.С.Лесковтың “Тупей рәссамы” (“Тупейный художник”) хикәйәһенең мотивтары б-са А.В.Ульянинскийҙың “Өлөшһөҙҙәр” пьесаһы], Таңсулпан (Ҡ.Даяндың ш. уҡ исемле драмаһы), Сәлимә (“Шоңҡар”, Ә.Ҡ.Атнабаев). Актриса ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образдарын баҫалҡы һәм нәзәкәтле итеп кәүҙәләндерә: Сәғәҙәт (“Һалдат улы”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, 1966), Венера (“Аҡ сирендәр”, Н.Асанбаев), Фәрхиназ (“Яуап көнө”, Х.С.Зарипов) һ.б. Х. ижадында иң яҡшы ролдәрҙең береһе булып А.Е.Макаёноктың “Трибунал” спектаклендәге Надя роле тора, Мәскәү тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһалана. Һуңыраҡ Х. репертуарында киҫкен характерлы һәм комик ролдәр килеп сыға: Сәмиғә (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Сәлимә (“Әбейҙәргә ни етмәй”, Ф.М. Бүләков), Балбикә (“Аты барҙың — дәрте бар”, Н.Ғәйетбай), Сәрби (“Башмағым”) һ.б. “Миҙал” (2000), “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; икеһе лә — “Башҡортостан” ДТРК) фильмдарында төшә. Шиғри әҫәрҙәр авторы.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова