ЯҢЫ МУСА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1939 й. — 668 кеше; 1959 — 509; 1989 — 296; 2002 — 238; 2010 — 222 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. башында Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Муса а. (хәҙ. Иҫке Муса а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 61 йорт иҫәпкә алынған. Д.Исламов, З.З. Хәмәтдинов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов