ЯҢЫ МОСТАФА, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Әжәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 205 кеше; 1920 — 218; 1939 — 164; 1959 — 307; 1989 — 160; 2002 — 137; 2010 — 112 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Мостафа а. (хәҙ. Иҫке Мостафа а.) кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов