ХИСАМОВА Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы (24.2.1954, Арзамас-75 ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (2010). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ-тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм-ре (2017). БДУ-ны тамамлаған (1976), 1981 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең синтаксисына, лингвопрагматикаға, текст лингвистикаһына, мәҙәниәт-ара коммуникациялар теорияһына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Диалог как компонент художественного текста (на материале художественной прозы В.М.Шукшина). М., 2007; Художественный текст: функционально-коммуникативный аспект исследования. М., 2014 (авторҙ.); Речевое поведение персонажа в художественнном тексте. Уфа, 2017.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов