ХИСАМОВ Эрнст Нурғәли улы (25.10.1937, БАССР-ҙың Салауат р-ны Арҡауыл а.), гистолог. Биол. ф. д-ры (1998), проф. (1996). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1963) Олёкминск ҡ. район дауаханаһында эшләй. 1966 й. алып БДМИ-ла уҡыта. 1978 й. башлап БДПУ-ла: 1989 й. алып зоология каф., 1997—2005 йй. физик тәрбиә һәм физиологияның теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире; 2013 й. башлап БДМУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхит факторҙарының кире тәьҫире шарттарында организмдың индивидуаль яраҡлашыуы проблемаһына арналған. Х. тарафынан экологик мониторингыла гематологик тестар файҙаланыла. 360-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Механизмы адаптации организма к физическим нагрузкам. Уфа, 2016 (авторҙ.); Свободно-радикальное окисление в системе крови в условиях химического загрязнения среды. Ганновер, 2016 (авторҙ.); Большой спорт. Мифы и реальность. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина