ЯҢЫ МОРТАЗА, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡалмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмә­сән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 474; 1939 — 270; 1959 — 384; 1989 — 202; 2002 — 191; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Мортаза а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны Иҫке Мортаза а.) кешеләре Абушахман исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 10 йортта 75 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, земство мәктәбе (урыҫ‑татар), һыу тирмәне, мөгәзәй, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Раф.С. Йәнекәев, Рифҡ.С.Йәнекәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов