“БАШВЕСТ”, аяҡ кейеме етештереү пр‑тиеһы. 1929 й. аяҡ кейеме тегеү артеле (1920 й. нигеҙләнгән) базаһында К.Е.Ворошилов ис. Өфө аяҡ кейеме ф‑каһы булараҡ ойошторола. Фабрика Каруанһарай сауҙа рәттәре бинаһында урынлашҡан, төп продукцияһы кирза итектәр (1941 й. 335 мең пар етештерелгән) була. 1962 й. реконструкциянан һуң ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һәм еңел аяҡ кейеме етештерелә башлай. 1992 й. алып “Б.” сәнәғәт-сауҙа аяҡ кейеме фирмаһы, 1994 й. — «“Б.” фирмаһы» ААЙ, 1996 й. — “Б.”, 2004 й. ябыла. Составына бесеү-ҡырҡыу, әҙерләмәләр, тегеү, энергетика-механика, тәж.-эксперименталь һ.б. цехтар ингән. 1999 й. 437 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика