ХИСАМЕТДИНОВ Рәбис Аҡмал улы (6.5.1947, БАССР-ҙың Илеш р-ны Этәй а.), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д-ры (2005). БР-ҙың атҡ. табибы (1994), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982). БДМИ-ны тамамлаған (1975). 1977 й. алып 15-се дауахананың, 1980 й. – ҡала кардиология диспансерының (икеһе лә – Өфө) баш табибы, 1987 й. — БР һаулыҡ һаҡлау министрының 1-се урынбаҫары, 1994 й. башлап БР-ҙың Респ. мотлаҡ мед. страховкалауы фондының ген. дир., 1998 й. — башҡарма дир.–БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. 1999 й. алып «Микроген “Иммунопрепарат”» ҒПБ ФДУП-ы филиалының ген. дир. урынбаҫары, 2004 й. – дир. урынбаҫары, 2007 й. башлап БДУ-ла, 2015 й.— БДМУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡҡа мед.-соц. ярҙам ойоштороуҙы камиллаштырыуға, халыҡ һаулығы торошон өйрәнеүгә арналған. Х. ҡатнашлығында инъекциялар өсөн кальций глюконаты һәм даларгин эретмәләрен алыу ысулдары һ.б. эшләнә. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР ЮС-ының 12-се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Медико-социальные аспекты стратегического планирования медицинской помощи населению в условиях реформирования здравоохранения. Уфа, 2001

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина