ЯҢЫ ҠОТО УРТА МӘКТӘБЕ, Саҡмағош р‑нында урынлашҡан. 1914 й. 3 йыллыҡ земство мәктәбе булараҡ асыла, 1917 й. алып 4 йыллыҡ, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — Я.Ҡ.у.м., 2015 й. — Саҡмағош урта мәктәбе №1 филиалы. Китапханаһы, интернаты, спорт һәм тамаша залдары, компьютер кабинеты, уҡыу оҫтаханаһы, тәж.‑производство участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Ә.Б.Мөлөков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1929 й. башлап мәктәпте 2,6 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2014), улар араһында В.Ш. Шаһапов бар. Мәктәп терр‑яһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск ҡуйылған (1987).

Д.Д.Мусин Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина