“БАШБАКАЛЕЯ”, ЯАЙ. Аҙыҡ-түлек (1000‑дән ашыу төр) м‑н күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: дөйөм майҙаны 8 мең м2 булған склад биналары, ярма, шәкәр, туңдырылған балыҡ, ҡош ите фасовкалау б‑са механизацияланған склад комплексы; автотранспорт комплексы, инә торған тимер юлдары бар. 2010 й. 344 кеше эшләгән.

1957 й. “Росбакалея” Башҡ‑н контораһының күмәртә базаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1983 й. алып “Росоптпродторг” Башҡ‑н респ. берекмәһе, 1995 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика