“БАШАГРОСТРОЙПРОЕКТ” проект институты. 1960 й. Өфөлә БАССР Колхоз‑ара төҙөлөш ойошмалары советы эргәһендә проект‑конструкторлыҡ бюроһы булараҡ асыла, 1964 й. алып “Башмежколхозпроект” Башҡ‑н проект ойошмаһы, 1965 й. — “Башколхозпроект” проект ин‑ты, 1986 й. — “Б.”, 1992 й. башлап “Башсельстрой” ААЙ составында. 1998 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: а.х. производство объекттары өсөн проект-смета документацияһын әҙерләү; мәҙәни һәм соц.‑көнкүреш тәғәйенләнешле объекттарҙы проектлау; ауыл ере өсөн объекттар проектлау. Институт составында 3 бүлек, 3 сектор, Стәрлетамаҡ ҡ. производство бүлеге була. 1998 й. 200 кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са 100‑ҙән ашыу малсылыҡ комплексы, ит‑һөйәк оно заводтары, кирбес заводтары, Архангел р‑ны Архангел, Баҡалы р‑ны Баҡалы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй аа. мәҙәниәт йорттары, Салауат Юлаев музейы һ.б. төҙөлә. Институт респ. тәү башлап ауыл ерендә монолит торлаҡ төҙөүҙе индерә. Бюро нач.: А.А.Привалов (1961 й. алып), А.Г.Арыҫланов (1963 й. алып); дир.: Н.Х.Харисов (1965 й. алып), С.П.Чиглинцев (1966 й. алып), В.А.Зайцев (1970 й. алып), Н.В.Бобров (1987—98).

З.Ю.Әхмәҙиева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика