ЯҢЫ ҠАЛТА, Ҡ а л т а й, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 43 кеше; 1959 – 224; 1989 – 101; 2002 – 110; 2010 – 118 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Ырымбур өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡалта/Иҫке Ҡалта а. кешеләре ш. уҡ исем м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1900 й. Ҡалта исеме м‑н теркәлгән, 7 йортта 38 кеше йәшәгән. 1920 й. Ҡалта һәм Я.Ҡ. халҡы бергә иҫәпкә алынған (602 кеше). 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 60‑сы йй. аҙ. Я.Ҡ. 18 б. нигеҙләнгән Иҫке Ҡалта а. ҡушылған. Б.Бикбай, Х.Т.Бикҡолов, Ә.Т. Бикҡолова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов