“БАШАГРОПРОМПРОЕКТ” Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы объекттарын проектлау институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. “Уралгипросельхозстрой” ин‑тының Башҡ‑н экспедицияһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Южуралгипросельхозстрой” ин‑тының Башҡ‑н филиалы, 1972 й. — “Башгипросельхозстрой” ин‑ты, 1986 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1999 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: малсылыҡ производствоһы объекттарын, торлаҡ һәм соц.-көнкүреш тәғәйенләнешле объекттарҙы, торама пункттарҙы проектлау. Институт составында 8 бүлек. 2010 й. 70 кеше эшләгән. Институт проекттары б‑са “Ашҡаҙар”, “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑калары, “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з-ды һ.б.; “Яңы Раевка”, “Рощинский”, “Йоматау” (ҡара: СССР‑ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз) эре малс‑ҡ комплекстары; Авдон, Подымалово (Өфө р‑ны) ҡасабалары; Затон, Йәштәр, Новиковка, Урал микрорайондарында (Өфө) торлаҡ йорттар; “Танып” санаторийы һ.б. төҙөлә.

Дир.: П.Д.Кравченко (1962 й. алып), И.З.Әхмәров (1979 й. алып), З.Н.Урманов (1986 й. алып), Н.Ф.Бухарова (2009 й. алып).

Н.Ф.Бухарова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика