ЯҢЫ КӘҢГЕШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 147 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 607 кеше; 1920 — 794; 1939 — 693; 1959 — 494; 1989 — 405; 2002 — 444; 2010 — 423 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы Кәңгеш а. (хәҙ. Иҫке Кәңгеш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. Я.К. (Көйөктә) 46 йортта 242 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә аҡ шыршы һәм шыршы урмандары — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан, дарыу үҫемлектәренең популяцияһын һаҡлау б‑са ботаник заказник ойошторолған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов