ЯҢЫ КҮЛ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Күл а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2084 кеше; 1920 — 2095; 1939 — 1932; 1959 — 2063; 1989 — 1574; 2002 — 1398; 2010 — 1465 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китап‑хана, мәсет бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй улусы Күл а. (хәҙ. Иҫке Күл а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Күлауыл исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 193 йортта 1116 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, 2 тимерлек теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1919— 22 йй. — Көҙәй кантонының адм. үҙәге. М.К. Ғәйнуллина, Б.Я.Нуриманов ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов