ЯҢЫ КҮКТАУ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Көрпә й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 916 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 965; 1959 — 773; 1989 — 337; 2002 — 320; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрөөйәҙе Ҡырғыҙ улусы Күктау а. (хәҙ. Иҫке Күктау а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 11 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 437 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, ел һәм 2 һыу тирмәне, мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән. Р.Р. Әүсәхов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов