“БАШАВТОМОТОКЛУБ”, спорт клубы. СССР‑ҙа тәүге автомотоклубтарҙың береһе, респ. авто- һәм мотоспортты үҫтереү үҙәге. 1937—60 йй. Өфөлә БАССР ХКС‑ы эргәһендә эшләй. Автомобилдәре, мотоциклдары, гараждары, адм. бинаһы һ.б. була. Автомобиль һәм мотоцикл спорты секциялары эшләй. “Б.” ҡатнашлығында 1937 й. — респ. ярыштары (Өфө—Кушнаренко—Өфө мотоуҙышы, Өфө—Ижевск—Өфө хәрбиләштерелгән мотоуҙышы), Башҡортостан һәм Силәбе өлк. командалары араһында мотоспорт б‑са ярыштар, 1947 й. — 1‑се мотокросс, 1952 й. ипподромдағы мотоуҙыштар һәм РСФСР Урал зонаһы беренселегенә мотокросс ойошторола. 1955 й. респ. беренсе тапҡыр РСФСР уҙышсылары ҡатнашлығында боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са ярыштар үткәрелә, 1959 й. СССР һәм Чехословакия командалары араһында боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са, СССР һәм Польша командалары араһында спидвей б‑са халыҡ-ара ярыштар, ш. уҡ спидвей б‑са 1‑се СССР чемпионаты, 1960 й. 2‑се СССР чемпионаты уҙғарыла. “Б.” тәрбиәләнеүселәре араһында Ю.Д.Дудорин, Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов, Ф.В.Шәйнуров, кроста “Динамо” ДСО‑һының Бөтә союз спартакиадаһы чемп. В.П.Ногтев (1948). “Б.” м‑н тренерҙар И.В.Хәкимов (1937—60 йй. клуб етәксеһе), А.М.Әхмәҙиев эшмәкәрлеге бәйле. Шулай уҡ ҡара: “Башҡортостан”.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика