ЯҢЫ ЙӘРМӘКӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 14 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Тауышлы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 177 кеше; 1959 – 135; 1989 – 97; 2002 – 103; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Бәләбәй кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Йәрмәкәй а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. М.М. Хәмиҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов