ХАНОВ Олег Закир улы (11.8.1951, БАССР-ҙың Архангел р-ны Ҡыҙғы а.), актёр. РСФСР- ҙың атҡ. (1987), БАССР-ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979).З.Х.Хановтың улы. ӨДСИ-не тамамлағандан һуң(1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1981—85 йй., 1987 й. ӨДСИ-лә уҡыта, 1989—93 йй. Йәш тамашасы театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры) художество етәксеһе, 1997 й. алып “Сатирикон” Мәскәү театры, 2000й. — М.Горький ис. Ырымбур өлкә драма театры актёры, бер үк ваҡытта Ырымбур сәнғәт ин-тында уҡыта, 2009 й. башлап Салауат драма театрының баш реж., 2012 й. алып БАДТ-ның художество етәксеһе. 1984—97 йй. БР Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе. Төрлө жанрҙағы һәм стилдәге әҫәрҙәрҙә уйнағанда тәрән кәүҙәләнеш оҫталығына, юғары техникаға, тасуирлау саралары һәм алымдарының байлығына эйә булған актёр. Төп ролдәре: БАДТ сәхнәһендә — Ричард Галин (“Айгөл иле”; дебют, 1972), Сандро (“Айһылыуҙың айлы кистәре”, И.Ә.Абдуллин), Кендек (М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б-са Р.В.Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле); Йәш тамашасы театрында —Ҡарабай (“Мөхәббәт тураһындалегенда”, Ғ.М.Мөсрәпов), Адмирал (“Мөхәббәт исемлеге”, Ф.М.Бүләков), Яго (“Отелло”, У.Шекспир); Ырымбур театры сәхнәһендә — Арбенин (“Маскарад”, М.Ю.Лермонтов), Ротмистр (“Атай” — “Отец”, А.Стринберг), Фредерик Леметр (“Фредерик, йәки Енәйәттәр бульвары” — “Фредерик, или Бульвар преступлений”, Э.Э.Шмитт) һ.б. Х. әһәмиәтле эштәренең береһе — көтөүсе Абдрахман образы (“Бибинур, ах, Бибинур!”, Бүләков), унда “бәләкәй кешенең”ғазаптары юғары трагедиялылыҡҡа тиклем еткерелә. “Сатирикон ”Мәскәү театры сәхнәһендә реж. Р.Стуруа ҡуйылышында Полоний (“Гамлет”, Шекспир) ролен башҡара.Йәштамашасытеатрысәхнәһендә Ф.Гарсия Лорканың “Бернарда Альба өйө” (“Дом Бернарды Альбы”); Туймазы татар драма театрында — Ю.О’Нилдың “Таштарҙа үҫкән мөхәббәт”, Н.Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”; Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә А.Н.Островскийҙың “Һуңлап килгән мөхәббәт”, А.П.Чеховтың “Аҡҡош йыры” (Х. Василий Васильевич Светловидов ролен уйнай), Т.Ғ.Миңнуллиндың “Риүәйәт” һ.б. спектаклдәр ҡуя. “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) нәфис фильмында (“Мосфильм”к/ст,1980) төшә. Миңнуллиндың “Шулай булды шул...”, Островскийҙың “Һуңлап килгән мөхәббәт” (“Поздняя любовь”), А.В.Вампиловтың “Өлкән улым”(“Старший сын”) пьесаларын, А.Гриндың“Ал елкәндәр”(“Алые паруса”) повесы б-са ш. уҡ исемле, С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б-са ш. уҡ исемле сәхнәләштерелгән әҫәрҙәрҙе һ.б. башҡорт теленә тәржемә итә. “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (1991, 2017). РФ-тың Дәүләт пр. (1996), БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1981) лауреаты. Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2016).

Әҙәб.: С о к о л я н с к и й А. Революция отменяется //Театральная жизнь. 1994, №7; “Гамлет” в “Сатириконе”. Постановка Роберта Стуруа. М., 1998; С о к о л я н с к и й А. “Кто велит Вам верить!” Олег Ханов играет Арбенина //Страстной бульвар, 10. 2009.

№7—177.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова